Өфөлә йорт ҡыйыҡтарын ҡар һәм боҙҙан таҙартыу планы әҙерләнде

2 мең 600-ҙән ашыу бина контролгә алына. Уларҙың ҡыйыҡтарын тәртиптә тотоуға 100-ҙән ашыу бригада йәлеп ителә. Һуңғы йылдарҙа ҡышын һауа температураһы ҡапыл үҙгәреп тора, ошо шарттар ҙа иҫәпкә алынырға тейеш, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.