Өфөлә яңы монумент барлыҡҡа килде

Бөгөн Ағиҙел йылғаһы яры буйында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы асылды. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйылды. “Стела  армия ҡеүәтен нығытыуҙа ярҙам иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе”, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Йәштәр ҡалабыҙҙың ил өсөн нимә эшләгәнен белергә тейеш”, - ти Республика халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2020 йылда Рәсәй Президенты ҡарары менән Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелде.