Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙған тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына автомобиль асҡыстары тапшырылды. Сарала шулай уҡ ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса конкурста еңеү яулаған муниципаль берәмектәр бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров ер хужаларына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, бурыстарҙы билдәләне. Аграр тармаҡтың уңыштары, үҫеш йүнәлештәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Себеште көҙ һанайҙар, тигән һымаҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн көҙ – уңышты туплау, алдағы бурыстарҙы күҙаллау мәле. Һөнәри байрамдың да тап ошо мәлгә тура килеүе тәбиғи. Ер хужалары быйыл уны рекордлы күрһәткестәр, күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала.
Муниципаль берәмектәр араһында республика хеҙмәт конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. Райондар 5 зонаға бүленеп баһалана. Көньяҡ тау-урман зонаһында иң юғары күрһәткес Баймаҡтарҙа.
Тантаналы йыйылыштың күркәм биҙәге - иң яҡшы механизаторҙарҙы «Лада Гранта» автомобиле менән бүләкләү. Быйыл асҡыс 10 кешегә тапшырылды, улар араһында оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле механизаторҙар ҙа, йәштәр ҙә бар. Илнар Ғиззәтуллин колледжда уҡый, 20 йәшлек егет һуңғы өс йәй эшләп үҙенә тимер ат алған, ә быныһы атайға бүләк, ти ул.
Башҡортостан хужалыҡтары тәү сиратта игенселек, малсылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан. Әле яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү бара, баҫыуҙарға яңы, табышлы культуралар сәселә, эшкәртеүгә иғтибар арта. Емеш-еләк питомниктарында ла яңы төрҙәр индерелә, мәҫәлән Шишмәлә алма үҫтерелә башлаған.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, ул тәү сиратта кадрҙарға ҡытлыҡ менән бәйле. Белгестәр фекеренсә, был эште маҡсатлы йүнәлтмәләр, берлектәге эшмәкәрлек менән хәл итергә мөмкин. Ә уҡыу йорттарының базаһы ныҡ. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетында тоҡомсолоҡ предприятиеларында селекция эшен яҡшыртыу өсөн заманса лаборатория комплексы асылған.
Әле кадрҙар етешмәүе өлөшләтә мобилизация менән дә бәйле. Ауыл хужалығында эшләгән 700-ҙән ашыу кеше махсус хәрби операцияға юлланған. Республика башлығы аграр тармаҡтың гуманитар ярҙам күрһәтеүҙәге тос өлөшөн дә билдәләне.
Аграр тармаҡҡа дәүләт тарафынан да ярҙам күрһәтелә. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҙыҡ-түлек предприятиеларын үҫтереүгә 180 миллион һум аҡса бүленгән, льготалы кредиталау быйыл бер ярым тапҡырға артҡан һәм 26 миллиард һумға еткән.
Яҙмышын ауыл хужалығы менән аяғында ныҡ баҫып торған, йүнсел, эшһөйәр, егәрле кешеләр генә бәйләй. Сөнки был тармаҡта ялҡауҙар эшләй алмай, ауыл ерендә байрам, ял тигән төшөнсә юҡ. Эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Бураларға мул уңыш һалған аграрийҙар әле үк мал ҡышлатыу, техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү хәстәре менән яна.
Рәмзиә Кәримова