Профсоюздар, эш биреүселәр һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы социаль гарантиялар тураһындағы килешеү мөҙҙәте ошо арала сыға һәм яңыһына ғәмәлдәге шарттарҙы иҫәпкә алып төҙөтмәләр индереләсәк.
Бөгөн комиссия ултырышында килешеүҙең үтәлеше тикшерелде. Йәш бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға эш урындары булдырған предприятиелар араһындағы конкурс еңеүселәре тәбрикләнде.
Йәш бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү ҙә социаль партнерлыҡтың бер өлгөһө. Сөнки бындай категория граждандарҙы ҡайһы бер предприятиелар эшкә алып бармай
Шуға күрә йәш әсәләр яҡлауға мохтаж. Уларға эш биреү , лайыҡлы хеҙмәт урындары булдырыу буйынса предприятиелары араһында ойошторолған конкурс та ошо маҡсатты алға ҡуя. Еңеүселәр араһында «Ғаилә» үҙәгенең Дүртөйлөләге хеҙмәте. Улар йәш бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға эш биреп ике мәсьәләне бер юлы хәл иткән.
Республиканың өс яҡлы комиссияһы ултырышында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙең башҡа юлдары өйрәнелде. Тап хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлеге генә хеҙмәт кешеһенең барлыҡ хоҡуҡтарын тейешенсә тәьмин итә ала.
Тәү маҡсат – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, хәүефһеҙ эш урындары һәм социаль гарантиялар. Әйткәндәй, йәшәйештәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып өс яҡлы килешеүгә төҙәтмәләр, бурыстар ҙа индерелеп тора.
Мәҫәлән, 2020 йылда төҙөлгән документта башлыса милли проекттар үтәлешенә иғтибар бирелгән. Бер йылдан һуң пандемия шарттарында хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләһе өҫтөнлөк алған. Яңы килешеүгә мобилизацияға алынғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарҙар индереләсәк.
Айнур Кәбиров