Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәҙәни-спорт фестивале үтте

Республика коррекция мәктәптәренән 200-гә яҡын тәрбиәләнеүсене берләштергән бәйгелә үҫмерҙәр вокал һәм хореография, спорт төрҙәре һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәттә үҙ көсөн һынаны. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Был балаларға сикле мөмкинлектәр кәртә түгел. Әйтәйек, Өфөлә йәшәүсе Айнур Кәримов коляскала бейеү конкурсы чемпионы ғына түгел, шахмат буйынса турнирҙар еңеүсеһе лә. Бөгөнгө фестиваль үҫмер өсөн сираттағы һынау.

Егеттең оппоненты ла ябай түгел. Һаңғырауҙар өсөн Өфө коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе Арыҫлан Собханғолов өсөн шахмат - яратҡан хобби.

Мин бөгөн 3 партия уйнаным, икеһен еңдем. Көслө ҡатнашыусылар килгән. Миңә был спорт төрө бик оҡшай. Өйҙә атайым менән уйнайым, мәктәптә лә.

Арыҫлан Собханғолов, Өфөнөң һаңғырауҙар коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы

Спорттан башҡа, фестивалдә үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәре лә баһалана. Ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһен Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге фойеһында күрергә мөмкин ине. Ағастан, мүктән, ҡағыҙҙан – төрлөсә яһалған композицияларҙа балалар Шайморатов генералды һынландырырға тырышҡан.

Фестиваль тәүге тапҡыр република коррекция белем усаҡтарынан йәмғеһе 183 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Берәүҙәр йырлау һәм бейеү оҫталыҡтарын күрһәтһә, икенселәр еңел атлетика буйынса көс һынашты.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн республикала спорт уңайлыҡтары йылдан-йыл арта. Махсус йыһазландырылған тренажер залдары асыла, түңәрәктәр ойошторола. Фестиваль дә үҙенсәлекле балаларҙың һәләтен асыуға йүнәлтелгән. Кем белә, бәлки, улар араһынан да киләсәктә ил данын яҡларлыҡ чемпиондар үҫеп сығыр.

Рәзилә Ғиниәтуллина