Башҡортостандан рәссам Артур Мөзиповтың ижади эше Волга буйы федераль округы буйынса ойошторолған «ФормART» фестивалендә беренсе урын яуланы.
Конкурстың төп темаһы «Ваҡыт аша» тип билдәләнгәйне. Ҡатнашыусыларға Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын сағылдырған стрит-арт объекттар эшләргә тәҡдим ителде. Финалға ун дүрт төбәк вәкиле сыҡты.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Һамар өлкәһе һәм Сыуаш республикаһы вәкилдәре бүлеште. Еңеү яулаған яҡташыбыҙға килгәндә, ул Белорет ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһе стенаһында «Күскенселәрҙе ҡурсалаусыға» тип исемләнгән һүрәт төшөргән. Конкурсҡа тип махсус яҙылған ижади эштә башҡорт ҡыҙы, тыуған яҡ тәбиғәте - шихандар сағылыш тапҡан.
Гөлназ Хәйбуллина