Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйылды. Стеланы асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров, хеҙмәт ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хеҙмәт династиялары вәкилдәре ҡатнашты.
20 метр бейекләктәге архитектура өлгөһө баш ҡаланың көньяҡ ҡапҡаһынан асыҡ күренеп тора. «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы баш ҡала халҡының 1941-1945 йылдарҙа фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулыҡтары, хеҙмәт батырлыҡтары, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары иҫтәлегенә ҡуйылды.
Һәйкәлдең Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан асылыуы осраҡлы түгел, тап дуҫлыҡ, татыулыҡ илебеҙҙе ҙур еңеүгә килтерҙе, тине республика тантанала.
Һуғыш йылдарында илдең төрлө тарафтарынан баш ҡалаға 36 етештереү предприятеһы күсерелгән, Башҡортостан 106 мең эвакуацияланыусы граждандарҙы ҡабул иткән. «Барыһы ла фронтҡа!» тигән девиз менән, төбәк аҙыҡ-түлектән алып, авиация моторҙарына тиклем һалдаттарҙы тәьмин итә. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты ҡарары менән ике йыл элек Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән абруйлы исеме бирелде.
Һиҙиәтулла Исмәғилев стеланы асыу тантанаһына Стәрлебаш районы Елембәт ауылынан махсус килгән. Уның ауылынан һуғышҡа 700 ир-егет оҙатылған. Улар барыһы ла Бөйөк еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, шул иҫәптән уҙамандың атаһы Кәлимулла Исмәғилев тә. Һуғыштан ҡайтҡас ул биш балаға ғүмер биргән.
«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән абруйлы исем Рәсәйҙең 44 ҡалаһына бирелгән. Һәр ҡалала стела бер үк проект буйынса төҙөлгән.
Стела Ағиҙел яры буйынса урынлашҡан. Был урынды ҡала халҡы тауыш биреү ярҙамында һайлаған. Гранит плита нигеҙендә уникаль тарихи материалдар ята. Унда ысын кешеләр. Был фотоларҙы 112се башҡорт кавалерияһы дивизияһы музейынан алғандар.
Лилиә Мәҡсүтова