Хәүефһеҙ, уңайлы һәм матур...

Радий Хәбиров Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргестә башҡарылған төҙөкләндереү эштәрен юғары баһаланы.

Реконструкциянан һуң участканың транспорт үткәреү мөмкинлеге 27 процентҡа артҡан. Төҙөлөш тамамланыуға бәйле биләмәлә таш та һалынды. Яңыртылған юл үткәргес мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Өфөнән Аэропорт йүнәлеше буйлап транспорт хәрәкәте көслө. Тәүлегенә был участканан 161 мең автомобиль үтә. Салауат Юлаев проспектында юл үткәргестәр ҙә күп. Төп баҫым Зәки Вәлиди урамындағы ҡоролмаға төшә ине. Былтыр биләмәләге реконструкция һөҙөмтәһендә унда һыҙаттар һаны икәүгә артып, алтыға етте.

Төҙөүселәр быйыл юлүткәргескә күтәрелеү һәм төшөү урындарын да уңайлы итеп эшләгән. Тирә-яғын йәшелләндереү, ямғыр улаҡтарын, инженер коммуникацияларҙы яңыртыу ҙа иғтибар үҙәгендә була.

Биләмәләге төҙөлөш, йәшелләндереү эштәре тамамланыуға бәйле иҫтәлекле ташта яңы дата ла билдәләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспектында яңыртылған юл үткәргес мөмкинлектәрен юғары баһалап, Өфөгә ингән урындар тап шулай хәүефһеҙ, уңайлы һәм матур булырға тейеш, тип белдерҙе. Эстетика, биҙәлеше тураһында оноторға ярамай.

Быйыл 1 марттан Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күпер ҙә реконструкцияға ябылды. Әлегә биләмәлә күләмле төҙөлөш эштәре гөрләй. Проектҡа ярашлы, ҡоролманың ике терәүен яңыртыу, ҡалғандарын нығытып ҡуйыу ҡаралған. Күперҙең өҫкө өлөшө лә заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороласаҡ. Көньяҡ ҡапҡа символы – ҡоршаулы арка иһә һүтелеп, яңынан тергеҙеләсәк.

Күләмле реконструкция баш ҡаланың 450 йыллығына тамамланыр тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина