Өфөнөң Дим районында Башҡортостанда тиңе булмаған скейт-парк барлыҡҡа асылды

Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән комплекс Дим паркында урынлашҡан һәм ул тотош Рәсәйҙә ни бары 14 ерҙә генә.

Скейтборд, трюктар эшләү самокаттары, велосипедтар менән мауғыусылар әле үк был урынды үҙ иткән. Парктың үҙенсәлектәре һәм үҙәгрештәре менән Радий Хәбиров та танышты.

Уңға барһаң ял итәһең, һулға боролһаң сәләмәт булаһың, урталыҡта күңел асаһың. Дим паркында хәҙер аҙашырмын, тимә. Ҡапҡанан ингәс тә һәр зонаға юл күрһәткес оҙатып тора. Ә эскә үтеү менән, ысынлап та, әкиәт иленә аяҡ баҫаһың. Һәр хәлдә парк үҙе мөғжизә шикелле тиҙ арала бөтөнләй икенсе төҫ алған.

Һәм ошондай зоналар Дим паркында етәү. Уйын, ял майҙансығы, йәшел зона, спорт менән шөғөлләнеү биләмәһе, тынлыҡ, туҡланыу урыны һәм сәхнә. Төрлө архитектур формалар, арт-объекттар тураһында һөйләп тораһы ла түгел.

Дим паркының ғорурлығы яңы барлыҡҡа килгән скейт-парк. Бындай майҙансыҡтар Рәсәйҙә лә бик һирәк. Экстремаль спорт яратыусылар Башҡортостан өсөн уникаль урынды яратып та өлгөргән. Хәйер, башҡа биләмәләрҙә лә парктың асылыуын көтөп тормай йәнлелек күҙәтелә.

Һәм барлыҡ яңылыҡ урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Проектлаусылар Дим паркының бай тарихын да күҙ уңынан ысҡындырмаған. Ниндәйҙер элементтарҙы Дим районында йәшәүселәр ҡалдырыуҙарын үтенгән. Хәйер, парк төҙөлөшөн дә урындағы халыҡ Радий Хәбировтан үҙҙәре һорағайны.

Халыҡ был осрашыуҙы ла файҙаланмай ҡалманы. Дим районына поликлиника етмәй, бассейн кәрәк, йәштәр өсөн күңел асыу урындары юҡ. Радий Хәбиров сираттағы вәғәҙәһен бирҙе. 2025 йылға Дим районында өр-яңы поликлиника асырға киләсәк.

Айнур Кәбиров