Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде

Абруйлы наградаға лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Һүҙ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилеваға.

Уларҙың береһе - Тәлғәт Сәғитов. «Башҡортостан» гәзитенең, «Һәнәк» журналының элекке баш мөхәррире, Башҡортостандың мәҙәниәт министры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналистика ветеранының биографияһында был, әлбиттә, тарихи биттәр. Әммә тормошта әүҙем кеше әле лә ҡәләмен ташламай. Мәртәбәле премия уға «Хәтер ипкендәре» китабы өсөн тапшырылды. Эссе жанрындағы «Хәтер ипкендәре» хәтирәләр йыйынтығында ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы йәмғиәт, республика тормошо һүрәтләнгән.

Фәнзил Санъяров. Ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы, тәрбиәүи йүнәлештәге, республика шәхестәре тураһындағы материалдар циклы өсөн. Әйтергә кәрәк, уның өсөн Хоҙайбирҙин исеме менән бәйле был икенсе премия. Быға тиклем алты йыл элек ул Күгәрсен районы тарафынан да билдәнгән булған.

Айгөл Усманова. Башҡортостан юлдаш телеканалында эшләүсе хеҙмәттәшебеҙ телевизор ҡараусыларға мәҙәниәт өлкәһен яҡтыртыусы журналист булараҡ таныш. Башҡортостандың күренекле рәссамдары, музыканттары, уҡытыусылары, башҡа мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең ижадына арналған бик күп телефильмдар һәм мәҡәләләр авторы премияға икенсе йыл рәттән дәғүә иткән. Сирек быуат үҙ һөнәренә тоғро ҡалған журналистың тынғыһыҙ эше ниһайәт, юғары баһа тапты .

Номинанттар араһынан иң яҡшыларҙы билдәләү жюри ағзаларына еңелдән булмаған. Ижади эштәрҙе конкурсҡа тәҡдим итеү менән бер рәттән, журналист тураһында баһаламалар булыуы ла иҫәпкә алына. Ә төп критерий ул башҡаларға өлгө булырлыҡ хеҙмәт.

Ә лауреаттарға иһә абруйлы исем менән бергә матди бүләк тә ҡаралған, ул 100 мең һум тәшкил итә.

Рәмилә Исмәғилева