«Салауат Юлаев» командаһы еңелде

Осрашыуҙа иҫәпте ҡунаҡтарҙан Сергей Дубакин асты. Икенсе осор һуңында Данил Алалыкин шайба индерҙе. Өсөнсө 20 минутта һәм овертаймда ла командалар голһыҙ уйнаны. Буллит серияһындағы берҙән-бер мөмкинлекте Ярослав Лихачёв файҙаланып, «Амур»ға еңеү килтерҙе. Киләһе матчты яҡташтарыбыҙ иртәгә Ҡазанда урындағы «Аҡ Барс» менән үткәрә.

«Амур» егеттәренә афарин. Улар был еңеүгә лайыҡ тип әйтеп булмаһа ла, бөгөн яҡшы уйнанылар.

Григорий Панин, «Салауат Юлаев» хоккей клубы һаҡсыһы

Гөлдәриә Йосопова