«Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙенсәлекле һәм матурлығыбыҙ ҙа ошонда. Беҙ барыбыҙ ҙа туған Башҡортостаныбыҙҙы, бөйөк Рәсәйҙе яратабыҙ һәм ошоноң менән көслөбөҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө, байрам менән, ватандаштар!» – тип яҙған төбәк етәксеһе.
Ҡотлау һүҙҙәренә Радий Фәрит улы республикала йәшәгән 160-тан ашыу милләт вәкилдәренең дуҫлығы һәм татыулығына арналған видеоролик та өҫтәгән.