Был байрамдың тарихы тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора.
Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә, төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәй. Байрам айҡанлы улар Өфөнөң «Торатау» конгресс холына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тарих ҡабатлана. Башҡортостан милли архивындағы документтар Республика халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына вагонлап аҙыҡ-түлек, кейем оҙатыуы хаҡында һөйләй. Ярҙам фашист илбаҫарҙарын еңгәс тә дауам итә. Сөнки емерелгән төбәктәрҙе тергеҙергә тура килә. Республика Украинаға, Ростов өлкәһенә белгестәр, кәрәк-яраҡ ебәрә.
Күп милләтле Башҡортостан халҡы берҙәмлеге менән Бөйөк Еңеүгә, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә. Беҙҙең Республика ауыр мәлдәрҙә берләшеүҙең әһәмиәтен, көсөн яҡшы аңлай. Ул бөгөн дә үҙ асылына тоғро ҡала.
Башҡортостан социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, әммә республиканың төп байлығы күп милләтле халҡы. Бәләктәле ерлектә 100-ҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәй. милли-мәҙәни үҙәктәр, фольклор коллективтары эшләп килә, тиҫтәнән ашыу телдә белем биреү ойошторолған.
Һөйләшкән тел, тотҡан дин айырыла, әммә маҡсаттар уртаҡ. Бөгөнгө көндә беҙ берләшеп алғы һыҙыҡтағыларға терәк-таяныс була алабыҙ. Аныҡ эштәр менән ярҙам күрһәтеү мөмкинлегебеҙ бар.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сарала төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды, байрамды төрлө телдәрҙә әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне.
Тарҡат та идара ит, тигән ҡағиҙә тарихтан барыбыҙға ла яҡшы таныш. Сөнки тарҡау, бер-береһен күрә алмаған, нәфрәт тойғоһо йөрөткән халыҡты һындырыу, юҡҡа сығарыу күпкә еңел. Шуға күрә лә бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа берҙәмлек төшөнсәһе айырыуса ҡиммәт. Сөнки ошо һынауҙарҙы беҙ берҙәм һәм бергә булғанда ғына үтеп сыға аласаҡбыҙ. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ.
Рәмзиә Кәримова