Хеҙмәт ҡаһарманлығы исемен йөрөткән ике ҡала вәкилдәре ҡатнашлығында мәртәбәле сара. Өфө Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарҙан «Еңеү бейеклектәре» төбәк-ара патриотик марафонын ҡабул итте.
Төбәк-ара илһөйәрлек марафонының пленар өлөшө «Торатау» конгресс-холлында ойошторолдо. Рәсәй халыҡтарын берләштергән марафонды йомғаҡлау сараһы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
«Еңеү бейеклектәре» төбәк-ара марафонында ҡатнашыусылар «Торатау» конгресс-холына йыйылды. «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1941-1945 йылдарҙа халыҡтың хеҙмәт батырлығы» исеме менән ғилми-ғәмәли конференцияла Башҡортостан, Сыуашстан, Марий Эл республикаларынан 7 спикер сығыш яһаны.
Сыуашстан республикаһы дәүләт тарихи архивы директоры, тарих фәндәре кандидаты Галина Ертмакова Сурск һәм Ҡазан оборона рубежын, ватанды һаҡлау өсөн формалашҡан хәрби частәр, Дмитрий Донской танк коллонаһын төҙөүгә халыҡтың миллион һумдан ашыу аҡса йыйыуы, аталары фронтта һәләк булған ғаиләләргә, уларҙың балаларына ярҙам күрһәтеү темаларын яҡтыртты. Бөгөнгө ысынбарлыҡта ла был темалар актуаль.
Галина Ертмакова, Сыуаш республикаһы дәүләт тарихи архивы директоры, тарих фәндәре кандидаты
Сыуашстан респуликаһынан 120 меңдән ашыу сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт хеҙмәткәре «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, 400 ашыу алдынғы хеҙмәткәрҙәр СССР орден һәм миҙалдары, 3630 гражданин Сыуашстан АССР Юғары Советы Президиумының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Беҙҙең баш ҡалабыҙ ҙа хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен йөрөтә.
Башҡортостан милли архивы хеҙмәткәрҙәре лә төбәк-ара конференцияға етди әҙерләнгән. Ниязбай Сәлимов фәнни әҙләнеүҙәрен Башҡортостан халҡының тылдағы батырлығына арнаған. Тарих өлкәһендә ентекле эҙләнеүсе замандашыбыҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәткәрҙәренә һәр ауылда һәйкәл ҡуйырлыҡ тип иҫәпләй.
«Еңеү бейеклектәре» төбәк-ара патриотик марафонының йомғаҡлау сараһы ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Сараны әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән Сыуашстан журналистары, тарихсы-эҙәрмәндәргә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сыуашстан республикаһының мәҙәниәт, милләттәр эше һәм архив эшмәкәрлеге буйынса министры Светлана Каликова Башҡортостандың тарихи хәтерҙе яңыртҡан әүҙем әҙәрмәндәренә «Сурск һәм Казан рубеждарын тергеҙеүселәргә» махсус миҙалын тапшырҙы.
Төбәк-ара марафон ике республика халҡын мәҙәни майҙанда берләштерҙе. Ҡала мәҙәниәт йорто сәхнәһенән яңғыраған патриотик йырҙарҙы башҡарыусы сәнғәт әһелдәре тамашасыларға рух ныҡлығы, күңел байрамы бүләк итте.
Гүзәл Борханова