Балыҡлыкүл ауыл биләмәһендә йәшәүселәр төбәк мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә тырыша

Берҙәм эш һөҙөмтәһе. Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауыл биләмәһендә йәшәүселәр төбәк мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә тырыша. Республика, федераль кимәлдәге проекттарҙа ҡатнашып улар төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндерә. Быйыл Наумкин ауылы халҡы мәҫәлән, мәҙәниәт йорто түбәһен яңыртыуға өлгәшкән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ауырғазы районы Наумкин мәҙәниәт йортоноң, ғөмүмән, буш торған көнө юҡ. Башлыса мордва һәм сыуаш халҡы күпләп йәшәгән ауылда туғандарса мөнәсәбәт тантана итә. Шуға ла барлыҡ байрам саралары ла тиерлек бергә үтә. «Киленйе», йә иһә «Ҡайынлыҡ» фольклор ансамбле тураһында тотош китап яҙырлыҡ.

Бөгөн ансамбдә йәмғеһе 16 кеше шөғөлләнә. Үҙебеҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонан тыш, беҙ район, республика сараларында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Ижади коллективтың гармунлы булыуы ла эште яйға һалды.

Анатолий Матвеев, Наумкин ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы

Өҫтәүенә, ауыл мәҙәниәт йортоноң төҙөк булыуы ла мөһим роль уйнай. Был йәһәттән Наумкин халҡы әүҙемлеге менән алдыра. Йыл да республика, федераль проекттарҙа ҡатнашып еңеү яулай. Үҙҙәре йыйған аҡсаға, финанс ярҙам ҡушып былтыр тәҙрә, йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырыуға өлгәшһә, быйыл йәй бина түбәһе яңыртыла.

Ауыл халҡының тырышлығын билдәләп үткем килә. Әгәр берҙәмлек булмаһа төбәк тә үҫешмәй. Был йәһәттән беҙҙең ауыл хакимиәте биләмәһе халҡы менән ғорур. Шуға ла төрлө проекттарҙа ҡатнашып еңеү яулайбыҙ ҙа инде. Быйыл мәҫәлән, беҙ ауылда парк яңыртыуға өлгәштек.

Любовь Александрова, Балыҡлыкүл ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы

Наумкин ауылында, ғөмүмән, йыл да төрлө объекттар төҙөкләндерелә. Күптән түгел ауыл халҡы хөкүмәт ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған һәйкәл һәм обелиск ремонтлана. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. 2016 йылдан алып Балыҡлыкүл ауыл советы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итә.

Беҙ Наумкинсылар. Беҙ башҡа ауылдарҙан берҙәм, ярҙамсыл, тырыш булыуыбыҙ менән айырылабыҙ. Ниндәйҙер мәсьәләне сисергә кәрәкһә, беҙ уртаға һалып һөйләшәп, хәл итәбеҙ.

Ирина Федорова, Наумкин ауылы старостаһы

Ауылда бөгөн дә башҡараһы эштәр бар. Шуға ла Балыҡлыкүл ауыл советы биләмәһе быйыл да махсус проекттарға ҡатнашырға заявка биргән.

Азат Ғәлиуллин