Өфө районында яңы һыу станцияһы файҙаланыуға тапшырылды

«Таҙа һыу» федераль программа субсидияһына төҙөлгән объект Ҡыҙыл яр ауыл советының 6 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ошо маҡсатта ил бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүленгән. Урында йәшәүселәр көтөп алған сарала БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла ҡатнашты.

Өфө районының бер нисә ауылы халҡы өсөн көтөп алған минуттар. Тантаналы шарттарҙа өр-яңы һыу станцияһында тәүге тапҡыр һыу ебәреү төймәһенә баҫалар. Объект «Таҙа һыу» федераль программаһы сиктәрендә 200 миллион һумлыҡ субсидия аҡсаһына төҙөлгән. Насос һәм таҙартыу станциялары, 1000 кубометрлыҡ ике һыу резервуары һәм 46 саҡрымлыҡ торбалар - объект 10 мең кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

Һыу станцияһында йәмғеһе 7 скважина бар. Улар әйткәндәй ҡурай тажы формаһында ҡуйылған. Ҡеүәтенә килгәндә, яҡындағы бер нисә ауылға тәүлегенә 1700 кубометрға тиклем һыу ебәреләсәк.

Бәхетлеләр исемлегендә Әбҡәйеровтар ғаиләһе лә бар. Йәшәү сығанағына ҡытлыҡ булманы, ти хужабикә. Һыуҙы шишмәнән, һуңынан ауылдағы скважинанан да алалар. Тик сифаты бик шәптән булмай сыға: һыуҙың составында металл миҡдары юғары булыуы асыҡлана. Хәҙер был проблема тарихта ғына ҡаласаҡ.

Ҡомлокүл ауылында һыу тәьминәте мәсьәләһен урындағы халыҡ ун йыл элек үк күтәреп сыҡҡан. Һыу станцияһын төҙөү тәҡдиме менән ил етәкселегенә үк мөрәжәғәт итәләр. Күмәк көс менән ауылда торбалар һалына.

Башҡортостан «Таҙа һыу» проектында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Ошо ваҡытта Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән ҡалаларында һәм 8 районда һыу станциялары төҙөлгән дә инде. Икенсе йыл тағы ла 5 районды сифатлы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында бер миллиардҡа яҡын субсидия йәлеп ителер, тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина