«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» өс миллионынсы пассажирын тәбрикләне

Өфө – Абдулла маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезына бәхетле билетты Татьяна Котова һатып алған.

Өс миллионынсы пассажирҙы Куйбышев тимер юлы, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» вәкилдәре ҡотланы. Татьяна Котоваға “Көнбайыш экспресс” маршрутында бушлай йөрөү мөмкинлеге биргән таныҡлыҡ һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Тимер юл транспорты менән даими файҙаланам, ә тиҙ йөрөшлө «Ҡарлуғас» эшләй башлағандан алып гел унда йөрөйөм. Үҙем Өфөлә йәшәйем, йыш ҡына Абдуллаға әсәйемә ҡайтап. “Ҡарлуғас”та тиҙ генә барып етәм, йөрөү ваҡыты ла уңайлы.

Татьяна Котова

Былтырғыға ҡарағанда, быйыл ҡала яны тимер юл транспорты менән файҙаланған өс миллионынсы пассажир кимәленә ике айға иртәрәк барып еткәндәр. 2022 йыл статистикаһы күрһәтеүенсә, пассажирҙар тимер юлы транспортын өҫтөн күрә, сөнки уңайлылыҡ, тиҙлек, хәүефһеҙлек йәһәтенән күсмә состав иң юғары талаптарға яуап бирә. Республикала пассажирҙар ағымының дүрттән бер өлөшө тиҙ йөрөшлө «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» ҡала яны поездары иҫәбенә тура килә.

Беҙҙең бурыс – вагондар һанын күбәйтеү, сөнки пассажирҙар һаны артҡандан-арта бара. Декабрҙә Башҡортостан тимер юлдары буйлап тағы бер «Ҡарлуғас» поезы сығасаҡ. Ул «Өфө-Әшә» һәм «Өфө- Приют- Абдулла» маршрутын хеҙмәтләндерәсәк. Шулай итеп, “Көнбайыш экспресс”ы тулыһынса заманса күсмә составҡа күсә.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Әлфинә Килдейәрова