Өфөгә беренсе тапҡыр ике ҡатлы поезд килде

Тимер юл транспорты «Уралдағы сағыу ял» төбәк-ара проектында ҡатнашыусы туристарҙы йөрөтә. Һамарҙан баш ҡалабыҙҙы күрергә килеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Өфөнөң тимер юл вокзалында ике ҡатлы поезд тәүгә. Уның менән илдең төрлө ҡалаларынан 250 турист килде. Тимер юл транспортында ял итеп барыу өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Рестораны ла ғәҙәти түгел, ҙурыраҡ.

Икенсе ҡаттағы ресторандың тәҙрәһенән Урал тәбиғәтен ҡарап килдек, бик матур. Улым икенсе синыфта, уның каникулында сәйәхәт итергә булдыҡ.

Мария Кубанова, турист /Һамар/

Поездан төшөү менән тимер юл вокзалы майҙанында уҡ ҡунаҡтарҙы сәләмләү һәм концерт ойошторолдо. Унан һуң туристар сәк-сәк менән һыйланды.

Башҡортостанда бала саҡта сәк-сәкте мин ашағаным бар ине. Әле лә тәме онотолмай. Бына бөгөн тағы тәмләнек, рәхмәт ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн. Өфөлә саммит ваҡытында булғайным, бына тағы ашҡынып килдем.

Тамара Федорова турист /Тольятти /

Уралдағы сағыу ял проекты Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Рәсәй тимер юлдары менән берлектә ойошторолған.

Өфөлә ял итеүселәргә тәүҙә Милли музей буйлап экскурсия үткәрелде.

Тимер юл вокзалы бик оҡшаны. Өфөнөң тау башында урынлашыуы матур. Әле бына тарихы менән танышабыҙ.

Борис Мартюшев, турист /Һамар/

Туроператор тарафынан бай программа ҡаралған. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына барыу, «Торатау» конгресс-холындағы күргәҙмәне ҡарау, Ватан этнопаркында этно стилдә байрам- уҡтан атыу, атта йөрөү. Көнө буйы иҫтәлекле урындарҙа булғандан һуң туристар кис Екатеринбургка йүнәлә.

Рәмилә Исмәғилева