Реабилитация һәм инклюзияла иң яҡшы тәжрибәләр. 8-10 ноябрҙә Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһе ойошторола. Ул реабилитация өлкәһендәге республикала үткәрелгән иң күләмле сараларҙың береһе.
Программаға ярашлы, форумда илдең 7 төбәгенән 70-тән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. 3 тиҫтәнән ашыу фекер алышыу майҙансығы, түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең белемен арттырыу, инвалид балалар һәм өлкәндәр өсөн абилитация системаһы шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.