«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Ҡаршылыҡтар юҡ» проекты Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Фильмдарҙың береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе церебраль фалиж менән яфаланған Милана Буркина тураһында бәйән итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ тамашасыларҙың ғына түгел, жюри ағзаларының да йөрәген арбай. Программа «Тормош хаҡы» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Фильм йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғандан һуң, Милана үҙе күптәрҙең яратҡан героиняһына әйләнә. Ауырлығы 2 килограмға ла етмәй тыуған сабыйҙың ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырына хатта табиптар ҙа шикләнә. Тик тиҫтә йылдан һуң, ҡыҙға залдан йөҙҙәрсә күҙҙәр бағырын күптәр күҙаллап та бирмәй.

Кескәй өсөн һәр көн тиңһеҙ көрәшкә бәрәбәр. Ҡыҙҙың көнкүреше һәм хыялдары тураһында «Тамыр» телеканалы «Ҡаршылыҡтар юҡ» тапшырыуында бәйән итә. Программа тамашасыларҙың ғына түгел, «Беҙҙең заман геройы» конкурсы жюри ағзаларының да йөрәгенә үтеп инә.

Миланаға статуэтканы «Тамыр» телеканалы журналистары «Родина» кинотеатры залында тапшырҙы. Бында үҙенсәлекле ҡыҙ тураһында программа ҙур экранда күрһәтелде.

Фильм барышында тамашасылар ҙа, авторҙар ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы. Бөтә донъяға билдәле булырға хыялланған Милананың маҡсатына ҡаршы тағы ла бер эҙ яһалды. Кескәйҙе һаулыҡ мөмкинлектәре арҡаһында түгел, ә ихтыяр көсө сәбәпле, үҙенсәлекле тип йөрөтәләр. Сөнки балерина булырға хыялланған ҡыҙҙың ул иҫ китерлек көслө.

Рәзилә Ғиниәтуллина