Мәктәп уҡыусыларының 25-се спартакиадаһы сиктәрендә үткән сарала алты район спортсылары ҡатнашты. Республика беренселегенә сығыу өсөн Илеш, Баҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош, Краснокама һәм Шаран райондарынан 65 үҫмер көс һынашты.
Еңеүселәр 36 килограмдан 70 килограмға тиклемге категорияларҙа сығыш яһаны. Ярыш еңеүселәре араһында Шаран балалар ижады үҙәге тренер-педагогы Алик Васильевтың тәрбиәләнеүселәре лә бар. Улар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Ярышта ҡатнашыусылар спорт сараһының юғары ойошҡанлыҡ менән үтеүен билдәләне.