Быйыл 15 ауыл клубында төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән. Программа 2017 йылдан ғәмәлдә. Ошо осорҙа 107 мәҙәниәт йорто ремонтланған йәки матди-техник базаһы нығытылған. Бының өсөн 350 миллион һум тотонолған. “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса быйыл Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы клубында ла ремонт үткәрелде. Мәҙәниәт йортонда 50 йыл дауамында ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған. Баймаҡ телестудияһы хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт