Халыҡ-ара этнотуризм форумында конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда 296 проект тәҡдим ителде. Башҡортостан вәкилдәре 29 диплом, шул иҫәптән 9 гран-прийға, лайыҡ булды. Еңеүселәр араһында “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей комплексы бар. “Мәртәбәле бәйгелә Гран-прийға лайыҡ булыу – Бөрйәнде һәм Башҡортостанды танытырға булышлыҡ итәсәк”, - ти музей-ҡурсаулыҡ етәксеһе Фәүзил Маликов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт