Башҡортостандан ирекле батальондарға “Нива” автомобилдәре бирелә

Ҡорам һәм сиркәүҙәргә йөрөгән диндарҙар аҡсаһына биш транспорт һатып алынған. Автомобилдәр Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондарға ебәрелә. Быға тиклем республикалағы аҙыҡ-түлек эшкәрткән ойошмаларҙың береһе доброволецтар өсөн дүрт “УАЗ” машинаһы һатып алып бирҙе.