Үткән тәүлектә 199 кешелә инфекция раҫланған. Һәләк булыусылар теркәлмәгән. Был турала бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПандемия башланғандан алып, Башҡортостанда 5 мең 896 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле 200-гә яҡын сирле госпиталдә ята, уларҙың туғыҙы ауыр хәлдә. Өй шарттарында 2 мең 300-ҙән ашыу кеше дауалана. Республикала 930 меңгә яҡын кеше ҡабат вакцина яһатҡан.