Бөгөн Өфө кадеттары Һамар урамдарынан тантаналы марш менән үтте

Унда "Еңеү юлы менән" тигән хәтер парады ойошторолдо. Ул 81 йыл элек ошо ҡалала булған парадҡа бағышланды. Сарала Муса Гәрәев исемендәге Өфө мәктәп-интернаты курсанттары ла ҡатнашты. 1941 йылдың 7 ноябрендә Советтар Союзында Мәскәү, Воронеж һәм Куйбышев ҡалаларында хәрби парадтар ойошторола.