Башҡортостанда мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә штаб ойошторолдо

Республика Хөкүмәтендә киберһөжүмгә ҡаршы яңы бүлек булдырыла. Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов мәғлүмәт именлеге өсөн яуаплы була. Программа дәүләт һәм муниципаль органдар араһында хәүефһеҙ электрон хеҙмәттәшлекте тәьмин итергә тейеш. Әле исемлек әҙерләнгән. Унда 150 мәғлүмәт системаһы индерелгән. Һаулыҡ һаҡлау, транспорт, мәғариф өлкәләрендә ИТ-хәүефһеҙлек төп йүнәлештәр иҫәпләнә. Республика Хөкүмәтенең киберименлеген нығытыу өсөн саралар күрелә.