Республикала торлаҡҡа хаҡ артыуы күҙәтелә

Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл өсөнсө кварталда икенсел баҙарҙа торлаҡтың бер квадрат метры 84,5 мең һумға тәҡдим ителә. Был күрһәткес йыл башы менән сағыштырғанда 13 процентҡа артҡан. Яңы торлаҡта иһә хаҡ 31 процентҡа күтәрелгән һәм “бер квадраты” 111 мең һумға һатыла. Быйыл 9 айҙа республикала 2,2 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды.