Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан шул турала белдерәләр. Законға ярашлы, 2020 йылдан күп балалы йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ер биләмәһе урынына 250 мең һумлыҡ сертификат алырға хоҡуҡлы. Аҡса республика бюджетында һалынған. Белгестәр көн һайын 30-ға яҡын документ тултыра, тип хәбәр итәләр ведомствонан.