Башҡортостан солоҡсоларына ярҙам була

Республика Башлығы Радий Хәбиров солоҡсолоҡто үҫтереү буйынса төбәк программаһын булдырырға ҡушты. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерелде. Умартасылар сығымдарының бер өлөшө ҡаплана, башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы үрсетеүгә  иғтибар арта. Яңы программа буйынса тәҡдимдәр бер ай эсендә әҙер булырға тейеш.