«Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына Башҡортостандың йөҙҙән ашыу музейы ҡушылды

Күләмле сара сиктәрендә халыҡ иғтибарына яңы экспозициялар, концерт программалары тәҡдим ителде. Декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Милли музейға килеүселәр республика халыҡтарының тарихы, этнографияһына арналған экспозициялар менән танышыуҙан тыш, башҡорт халыҡ көйҙәренә арналған «Музыкаль экскурсия»ла ҡатнашты. Кейеҙ баҫырға, милли биҙәүестәр яһарға, Ҡытай каллиграфияһына өйрәнде. Шулай уҡ сәнғәт һөйөүселәр алдында үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһап, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙарын бүләк итте.