Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялауға йүнәлтелгән техника етештереүсе ойошмаларға дәүләт ярҙамы программаһы булдырыла. Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумын асыу сараһында белдерҙе. Компанияларға 50 процентҡа тиклем субсидия бирелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы өс көн бара. Унда 30-ҙан ашыу дискуссия майҙансығы эшләй. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә ил төбәктәренән 70-ләп спикер ҡатнаша.