«Подьездарҙы комплекслы төҙөкләндереү» программаһы

«Подьездарҙы комплекслы төҙөкләндереү» программаһы сиктәрендә быйыл республикала 896 подьезд ремонтланған. Республиканың капиталь ремонт фонды тарафынан ошо маҡсатта 493 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Гагарин урамындағы 24-се йорт подъездарында һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара. Маляр түбәне аҡ төҫкә бер нисә ҡат буяй. Ремонт барышында подьездың ишектәре алыштырылған, иҙәнгә кафель түшәлгән. Подрядсы ойошма батареяларҙы яңыһына алмаштырыу менән мәшғүл.

Йортта йәшәүселәр беҙгә рәхмәт әйтә, хатта алма, сәй кеүек күстәнәстәр ҙә алып сыға. Подьезд насар хәлдә ине, ремонттан һуң яҡтырып китте.

Наталья Аймырҙина, маляр

Күп фатирлы йортто төҙөкләндереү программаһына индереү өсөн милекселәр үҙҙәре тырышҡан. 2019-сы йылда йортта йәшәүселәр менән йыйылыш үткәргәндәр, протокол идарасы компанияға тапшырылған. Быйыл ниһайәт, уларҙың йорто төҙөкләндереләсәк подьездар исемлегенә индерелгән

Подьездарҙы копмлекслы ремонтлау программаһы Башҡортостанда 4-се йыл тормошҡа ашырыла. Ул күп фатирлы йорттарҙың йәмәғәт урындарын 2024-се йылға тиклем тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота. Был республика башлығының ҡуйған бурысы.

Шулай уҡ быйыл республика хөкүмәте тарафынан ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереү өсөн 100 миллион һум күләмендә аҡса бүленде. Был сығымдар ауыл-ҡалаларҙағы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын йүнәтеүгә тотонолдо. Был программаға эләгеү өсөн милекселәр йыйылыш үткәрергә тейеш, артабан урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Олег Койда, Башҡортостандың капиталь ремонт фонды мәғлүмәт бүлеге етәксеһе

Күп фатирлы йорт подьездарын ремонтлауға бүленгән аҡсаны һаҡсыл тотоноуға бәйле, Республиканың капиталь ремонт фонды бер ни тиклем сумманы экономиялауға ирешкән. Был аҡсалар тағы ла күп фатирлы 5 йорт подьезын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Лилиә Мәҡсүтова