Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылы мәсетендә ғәрәп телен өйрәнеү яйға һалынған

Уҡыу программаһына ярашлы, йыл аҙағына тиклем изге Ҡөрьән-Кәримде ирекле уҡый башлау күҙаллана. Әлеге ваҡытта дәрестәргә тиҫтәләп ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Уҡырға теләүселәр күп булғанға, яҡын арала өҫтәмә курс асыу ҙа көтөлә. БЮТ хәбәрсебеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балыҡлыкүл ауылы мәсете асылғандан бирле халыҡ өҙөлмәй. Кемдер хәйер-саҙаҡалар бирергә, икенселәре намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнеү өсөн махсус килә. Иман йорто ауыл хужалығы, мәғариф ветерандары Нил Зөбәйеров менән Камил Ғәҙелшин башланғысында булдырыла. Урындағы хакимиәт тарафынан хуплана. Һөҙөмтәлә ауылдың үҙәк урамында буш торған бинаны иман йорто булараҡ үҙгәртеп ҡороуға рөхсәт бирелә.

Ташландыҡ хәлдәге бинаны төҙөкләндереүҙә тотош ауыл халҡы ҡатнаша. Берҙәм көс ярҙамында ул мәсет итеп үҙгәретелеп манараһы ла күтәрелә. Бөгөн аҙан тауышы көн дә яңғырай. Һөҙөмтәһе лә юҡ түгел. Йәштәр дингә күпләп ынтыла. Уның ҡарауы, иман йортонда ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр асылды.

Әлбиттә, дини тәрбиә биреү тик бының менән сикләнмәйәсәк, ти мәсеттең имам-хатибы. Яҡын киләсәктә балалар араһында ла махсус саралар ойоштороу күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин