«Башавтотранс» предприятиеһы «Хәрби дан» музейы менән берлектә «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» проектына старт бирҙе. Уның сиктәрендә 51-се маршрут автобусы баш ҡала урамдарына тарихи тематикала биҙәп сығарылды. Салон эсендәге фотоларҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тыл хеҙмәтсәндәрен, Өфө халҡын, ә тышында яңыраҡ асылған стела һүрәтен күрергә мөмкин.
Атап әйткәндә, автобуста предприятие цехтары, гуманитар ярҙам туплау, еңеүсе һалдаттарҙы ҡаршылау мәле һүрәтләнгән архив материалдары урын алған. Бынан тыш, автобус тәҙрәләренә йәбештерелгән махсус куар-кодтар ярҙамында «Хәрби дан» музейы сайтындағы өҫтәмә мәғлүмәт менән танышыу мөмкинлеге булдырылған. Проект артабан да дауам итәсәк. Бынан һуң, баш ҡала пассажирҙарының транспортта йөрөүе күңелле һәм файҙалы булмаҡсы.«Башавтотранс» предприятиеһы «Хәрби дан» музейы менән берлектә «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» проектына старт бирҙе. Уның сиктәрендә 51-се маршрут автобусы баш ҡала урамдарына тарихи тематикала биҙәп сығарылды.