Куйбышев майҙанынан тигеҙ сафта. Өфө кадеттары Һамар ҡалаһында 12-се хәтер парадында ҡатнашты.
1941 йылда Куйбышев майҙанында 25 мең хәрби, төрлө предприятие һәм ойошмаларҙан 170 мең самаһы кеше тигеҙ сафҡа баҫа. Ул осорҙа парад фашист илбаҫарҙарына ҡаршы халҡыбыҙҙың һынмаҫ рухын сағылдыра. 2010 йылдан Һамар ҡалаһында тарихи сара тергеҙелә. Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары Һамарҙағы хәтер парадында 2015 йылдан бирле ҡатнаша. Куйбышев майҙанындағы маршта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡты вәкиле Игорь Комаров сәләмләне.