Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығы рейдтар һанын арттырырға иҫәп тота

Һаҡ булығыҙ! Йоҡа боҙ! Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығы баш ҡала эргәһендәге йылға һәм күл буйҙарын күҙәтеүгә алды. Ведомство хеҙмәткәрҙәре рейдтар һанын арттырырға иҫәп тота.

Өфө мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә идаралыҡ етәксеһе Рафаэль Әхмәтов ошо турала белдерҙе. Миҙгел алмашынған осорҙа, йылғалағы боҙ ҡатламы үтә хәүефле була, тигән фекерҙә белгестәр. Һыуҙағы фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн профилактика эшен көсәйтергә ҡушыла. Мәктәп, башҡа балалар учреждениелары һәм халыҡ араһында аңлатыу саралары ойоштороу ҡарала.

Үткән ял көндәрендә Федоровка районы Ключевка ауылында 8 йәшлек малай быуаға батып һәләк булды.