Башҡорттостан Росреестры ер файҙаланыу буйынса Дәүләт фонды документтарын 100 процентҡа һанлаштырған.
Архивты һанлы форматҡа күсереү «Мәғлүмәттәрҙе таратыу буйынса милли система» республика дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу проекты сиктәрендә башҡарыла. Йыл башында планды 50 процентҡа үтәү бурысы ҡуйылған, әммә хеҙмәткәрҙәр планды йөҙ процентҡа үтәгән.
Йыл аҙағына Росреестр Һанлы технологиялар министрлығы менән берлектә Дәүләт хеҙмәттәре порталына граждандар һәм эшҡыуарҙар өсөн төп хеҙмәттәрҙе урынлаштырасаҡ. Сайта Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры буйынса 18 төрлө күсермә менән ҡулланырға, лицензиялар һәм күсемһеҙ милектең техник хаталарын төҙөтеү буйынса ғариза яҙырға мөмкин.
Бынан тыш, яҡын арала ер файҙаланыу буйынса мәғлүмәт һәм кадастр инженерҙарының үҙ көйләнешле ойошма буйынса мәғлүмәттәре лә ҡулланыусыларға асыҡ буласаҡ.