Рәсәйҙә армияла хеҙмәт итеү ваҡыты бер йылдан артмай

Быға тиклем ике йыллыҡ хеҙмәткә ҡайтыу тураһында тәҡдим булды. Әммә был башланғысты президент хакимиәте һәм Оборона министрлығы хупламаны. Федерация советынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәт ваҡытын арттырыу армияның оҫталығын күтәрмәй. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һанын арттырырға кәрәк. Ике йыллыҡ хеҙмәттән яҡшы һөҙөмтә булмаясаҡ.