Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелә

Бөгөнгә быйылғы уңыштан 88 мең тонна шәкәр алынған. Республикала татлы тамыр ике заводҡа алып барыла. Шишмә  һәм Раевкалағы  предприятиелар 864 мең тонна сөгөлдөр ҡабул иткән. Республикала әлегә 1 миллион  300 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, тип  хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.