Өфөлә 2024 йылдың 1 июненә күп функциялы реабилитация-мәғариф үҙәген төҙөү тамамланырға тейеш

Ул “Салют” балалар шифаханаһы нигеҙендә булдырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумында ошо турала белдерҙе.  Проект буйынса бинала дауалау комплексы, стационар һәм бассейн була. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ла поликлиникала реабилитация бүлеге төҙөлә. Сибайҙа  ошондай уҡ үҙәк асыу планлаштырыла. “Етди инфраструктура булдырыу мөһим.  Шул осраҡта ғына, мөмкинлектәре сикле кешеләргә реабилитация үткәрергә була”, - тине Радий Хәбиров. Форум бөгөн дә дауам итә. Унда Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша.