Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киләсәгенә бәйле ултырышта ҡатнашты

Кәңәшмәлә яңы юғары уҡыу йорто эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса ҡуйылған маҡсаттар билдәләнде. Ғалимдар, педогогтар, фән эшмәкәрҙәре яңы университетта белем биреү системаһын камиллаштырыу, педагогтарҙың эшендә көтөлгән үҙгәрештәр, финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү һорауҙарын барланы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү һәм улар нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы ВУЗ  “Өҫтөнлөк- 2030”  программаһына индерелгән. Уға ярашлы, университет йыл һайын федераль бюджеттан финансланып, илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистка факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфө фән һәм технологиялар университетын Вадим Захаров етәкләй.