Башҡортостанда махсус хәрби хәрәкәт барған биләмәләргә гуманитар ярҙам йыйыу үҙәкләштерелде

Республикала Берҙәм логистика операторы һәм "Салауат" хәйриә фонды булдырылды. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей  Гусев белдереүенсә, хәҙер эш бер системаға һалына. Посылкалар ҡабул итеүҙең шарттары бар. Ҡаптар асып булырлыҡ итеп төрөлөргә тейеш. Әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек мотлаҡ тикшереү үтә. Тиҙ боҙола торған ризыҡ, хәмер, ҡорал ебәреү тыйыла.