Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә спорт объекттары асылыуы тураһында хәбәр итте

“Бөрө, Дәүләкән, Мәсетле райондарында  ГТО нормаларын тапшырыу һәм күнекмәләр эшләү өсөн спорт майҙансыҡтары сафҡа инде. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында "аҡыллы" спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Уға футбол майҙансығы, баскетбол һәм волейбол зоналары, йүгереү юлы, 100 урынлыҡ трибуна инә. Дүрт йыл эсендә республикала 49 ГТО майҙансығын  астыҡ, ике "аҡыллы" спорт майҙансығы булдырҙыҡ. Күбеһе федераль аҡсаға төҙөлдө.”,тип яҙҙы Радий Хәбиров.