Армияға мотлаҡ саҡырылыш дауам итә

1 ноябрҙән армияға көҙгө саҡырылыш башланды. Сәләмәтлеге яҡшы булған 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Быйыл көҙ 120 мең кеше армия сафын тулыландырырға тейеш. Башҡортостандан көҙгө саҡырылышта  4 мең кеше армия сафына алына, шуларҙың 70-е Тәтешле һәм Балтас егеттәре. Ике район  буйынса хәрби комиссар Ансар Арыҫланов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрби хеҙмәткә оҙатыу иртәгә башлана. Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә.  Мотлаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.