Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен тикшереү башланды

Башҡортостандың төп символдарының береһе авария хәлендә тип табылды. Уға ремонт талап ителә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса анализ эшләнә, һәйкәлде  реставрациялау планы әҙерләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тура эфир барышында Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре Өфөнөң 450 йыллығына тиклем тамамланып өлгөрмәй тип белдерҙе. Реконструкция проектының киләһе йылдың мартында әҙер булыуы көтөлә.