Яҡташыбыҙ «Махсус шарттарҙа хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев Херсон өлкәһенә командировка барышында яраланған полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында яҡташыбыҙ- полиция майоры Иван Макаров та бар. Ул егерме йылдан ашыу ғүмерен көс структураларына арнаған республиканың иң тәжрибәле кинологы.

Октябрь башында ваҡытлыса дислокация пунктында яраланған майорға тиҙҙән операция яһаласаҡ. Владимир Колокольцев яҡташыбыҙҙы ведомствоның «Махсус шарттарҙа хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләне һәм яҡынлашып килгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.