Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Был байрамдың тарихы 1715 йылдан башлана. Ул саҡта батша Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәте булдыра һәм уны «полиция» итип атай. Хоҡуҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Төбәк етәксеһе был һөнәр эйәләренең тәүлек әйләнәһенә һәм төрлө һауа шарттарында үҙ бурыстарына тоғро ҡалыуын, үҙ-үҙҙәрен аямай һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуҙарын билдәләгән. Радий Фәрит улы белгестәргә өлгөлө хеҙмәте өсөн рәхмәт белдергән.