Ноябрҙең икенсе аҙнаһында уҙасаҡ сифат аҙнаһында төп саралар Рәсәй стандартлаштырыу, метрология һәм һынау төбәк үҙәгендә әҙерләнә. Тап ошо үҙәк хеҙмәткәрҙәре иңенә ике төрлө стандарттарға юл ҡуймау бурысы йөкмәтелгән. Аҙна дауамында метрология һәм стандартлаштырыу үҙәгендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр хаҡында һөйләнеләсәк. Ә бөгөн БЮТ ижади төркөмөн инженерҙар ҡышҡы кейем өлгөләрен һайлау үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Етештереүсе тауар өсөн сифатлы материал һайлай икән, тимәк, ул ҡулланыусыға уңайлы булһын өсөн тырыша. Өҫ кейемен һайлағанда белгестәр материал составын өйрәнергә, эслеген тикшерергә кәңәш итә.
Хәрәкәтләнгәндә тирләмәҫ өсөн куртка артыҡ ауыр булмаҫҡа тейеш. Яһалма күн материалдарҙан тегелгән кейем һайлағанда, температура тотороҡһоҙ булғанда уларҙың ярылыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ҙә этикеткала евроҡыш күрһәтелгән икән, тимәк, был кейемде 10 градус һалҡынға тиклем кейергә мөмкин. Йылытыусы ҡатламға килгәндә етештереүселәр исемен алыштырыуы ихтимал, әммә уларҙы ҡулланыуҙа ҡағиҙә бер үк .
Йыл аҙағына Рәсәй стандартлаштырыу, метрология һәм һынау төбәк үҙәгендә еңел сәнәғәт лабораторияһы эш башлаясаҡ. Был лабораторияла белгестәр һәр кейем өлгөһөн ныҡлыҡҡа һанай ала. Ә әлегә бында медицина приборҙары, тормош-көнкүрештә ҡулланылған иҫәпләү ҡорамалдары, юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоуҙы күҙәтеүсе фотовидеофиксациялау камераларының теүәл эшләүен тикшерелә.
Рәсәй стандарттары буйынса төбәк ойошмаһы алдында халыҡҡа социаль әһәмиәтле мәғлүмәт еткереү мәсьәләһе тора. Сифат аҙнаһы ноябрҙең тәүге декадаһында үткәрелә. Ә ул тамамланыу менән белгестәр декабрҙә үтәсәк тағы ла мөһимерәк сараға - стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәгенә нигеҙ һалыуҙың 120 йыллығына әҙерлек сараларына тотонасаҡ.
Башҡортостанда «Европа сифат аҙналығы 6 йыл дауамында үткәрелә. Был сара сиктәрендә эксперттар йәшәйештең бөтә тармаҡтарында ла сифат мәсьләләренә матбуғат саралары аша йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә.
Гүзәл Борханова