Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры, күренекле тренер Александр Григорьев приздарына грек-рим көрәше буйынса республика турниры үтте. Ярыш ике йөҙҙән ашыу спортсыны берләштерҙе.
Келәм батырҙары йәштәр һәм өлкәндәр араһында ун ауырлыҡ категорияһы буйынса билдәләнде. Күләмле спорт байрамына төрлө йылдарҙа Александр Григорьев менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары саҡырылғайны. Улар көрәш серҙәренә өйрәткән остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.